концерт, 6+

Кышкы мефжиза

эстрада, народная музыка

Ҡыш — бар донъя ап-аҡ хәтфәгә ҡапланған, яҡты, күңелдәрҙе елкендерерлек мөғжизәгә күмелгән осор. Тап шундай йөрәктәр ашҡынып, хистәр даръяһы урғылып ташҡан миҙгелдә Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы билдәле йырсы Лилиә Ишемйәрова һеҙҙең өсөн моңло, мөғжизәле бүләк әҙерләй. Ул тап шулай “Ҡышҡы мөғжизә” тип атала. Башҡортостандың халыҡ ҡоралдары милли оркестры һәм Эстрада-джаз оркестры оҙатыуында башҡарылған һеҙ яратҡан йырҙарҙан, сағыу сығыштар, дәртле бейеүҙәрҙән торасаҡ ул. Театраллаштырылған шоу-концертта Азат Биксурин, Марсель Ҡотоев, Тимур Рамазанов һәм башҡа башҡорт эстрадаһының сағыу йондоҙҙары ҡатнаша. Мөғжизәле тамашаға рәхим итегеҙ, дуҫтар!

просмотров: 546