Улар көнүҙәк мәсәләләрҙе фашлаған, кеше араһындағы мөнәсәбәттәрҙе сатира һәм юмор аша уңышлы күрһәткән, ҡыҙыҡлы пародиялары, интермедиялары менән тамашасы һөйөүен яулаған Гөлзәмиә Ситдикова, Лилиә Фатыхова, Зөлфир Басыров, Илсур Тайсин, “Ҡыҙыҡ менән мәҙәктәр” эстрада театры артистары: Хәмит Тләмов, Ғәлиә Тимербулатова, Фаяз Йәнтүрин, Зөлфиә Әхмәтова. күңелен күптән әсир итте. Ҡайҙа ғына булманы, кемдең генә эсен ҡатырғансы көлдөрмәне маһир юмор эйәләре!
Арыу-талыу белмәй, күңел йылыһы, күтәренке кәйеф һағында тороусы юмористар көлкө көнө айҡанлы, йәғни беренсе апрелдә, халыҡты тормош мәшәҡәттәренән бер аҙ арындырып, йәнләндереп, кәйефтәрен күтәреп ебәреү, рәхәтләнеп көлдөрөп алыу ниәте менән көлкө кисәһенә саҡыра. Был үҙенсәлекле тамашала бөтә спектаклдәрҙән үтә ҡыҙыҡлы, мәҙәкле һәм ҡыҙғаныслы күренештәргә, эс ҡатырғыс пародияларға, монологтарға бай булмаҡсы. Ошондай дәртһеҙҙәрҙе дәртләндерер, күңелдәргә йәм өҫтәр тамашаға ял итергә, дауаланып йән һәм тән сихәте алырға ашығығыҙ дуҫтар!