Вәлмөхәмәтов Радик Сәфәрғәле улы 1966 йылдың 12 февралендә Башҡортостандың Әбйәлил районы Ташбулат ауылында тыуған. 1991 йылда Өфө сәнғәт училищеһын, 2001-ҙә — Өфө Дәүләт сәнғәт академияһын тамамлаған. 1991 йылдан алып «Таусы» мәҙәниәт йорто, 1998 йылдан — Башҡорт филармонияһының Нефтекама филиалы, 2003 йылдан алып Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында «Йәдкәр» фольклор ансамбле солисы, ә 2005-тән башлап «Ихлас» эстрада төркөмө етәксеһе. 2014 йылда төркөмдөң исеме "Сармат"ҡа үҙгәртелә. 2015 йылдан артист үҙ төҙөй — бөгөн ул Радик Вәлмөхәмәтов етәкселегендәге эстрада төркөмө.